Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика парламентарийҙары машиналар парковкалауҙы тейешенсә ойоштормаған өсөн ҡатыраҡ яза бирергә уйлай

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты ағзалары бөгөнгө ултырышта Башҡортостандың административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексына төҙәтмәләр тураһында һөйләште.

Улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән һәм автомобиль транспорты туҡталыштарын һәм дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа туҡталыштарҙы ойоштороуға ҡағыла.

Закон сығарыусылар муниципалитеттарға һәм төбәк юл хужалығы идаралығына парковкалар, парковкалау урындары, шулай уҡ туҡталыу пункттары автомобиль хәрәкәтенә ҡамасауламаһын өсөн, уларҙы ҡайтанан рәткә һалыу буйынса бурыстар йөкмәтергә уйлай.

Дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа машиналарҙы парковкалау тәртибен боҙған һәм парковкаларҙы дөрөҫ ҡулланмаған өсөн граждандарға – 500 һумдан 2 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә — 7-15 мең һум, юридик шәхестәргә 20-50 мең һум күләмдә административ штраф һалына.

Шулай уҡ туҡталыу пункттарын ойоштороу тәртибен боҙған өсөн дә яуаплылыҡҡа тарттырыу тәҡдим ителә. Был осраҡта вазифалы кешеләргә — 2-5 мең һум, юридик шәхестәргә 10-15 мең һум түләргә тура киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть