8 декабрь, Кесе йома

12 ғинуар 2012 йыл, 10:45

Ирек Ялалов: «Брянскиҙағы кеүек фажиғәләрҙе иҫкәртергә тейешбеҙ»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Брянскиҙағы фажиғә арҡаһында Өфөнөң йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәттәре Башҡортостандың баш ҡалаһындағы барлыҡ инженерлыҡ коммуникацияларына өҫтәмә мониторинг үткәрә. Был хаҡта кисә, 11 ғинуарҙа, журналистар менән осрашыу барышында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов хәбәр итте. Был эштәргә бер ай ваҡыт бирелгән.

— Ҡала коммуникацияларһыҙ йәшәй алмай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Ишмөхәмәт улы. — Баланың үлеменә килтергән был ҡурҡыныс осраҡ бындай фажиғәләрҙе иҫкәртергә тейеш. Хәүефле хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ. Фажиғәләргә юл ҡуйырға ярамай, — тине Ирек Ялалов.

Республикала һыу бүлеү системаһының торошон биш йыл элек етди тикшерә башлағандар. Һуңғы йыл ярым эсендә коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең был йүнәлештәге эшмәкәрлеге көсәйтелгән. Ирек Ялалов һүҙҙәренсә, канализация селтәрҙәренә, ә уның оҙонлоғо 51 км самаһы, даими мониторинг алып барыла. Бының өсөн юғары һөҙөмтәле заманса ҡорамалдар һатып алынған. Улар коллекторҙың емерелеүе мөмкин булған участкаларҙы асыҡлай. «Өфөводоканал» белгестәре 2007 йылдан алып Өфөнөң ер аҫтындағы һыу бүлеү системаһы лабиринтының торошон баһалау өсөн файҙаланылған немец техникаһы менән таныштырҙы. Коллекторҙы бәләкәй генә робот тикшерә һәм бөтә мәғлүмәтте операторға тапшыра. Компьютер мониторында торбаның етешһеҙлектәре бик асыҡ күренә. Мониторингынан һуң ремонт бригадалары эшкә тотона. Белгестәр беҙҙәге коммуникацияларҙың етешһеҙ яғын да билдәләне — уларҙың барыһы ла юл япмаһына бәйләнгән һәм башлыса уларҙың аҫтынан үтә.  

Коллекторҙарҙың емерелеүенең төп сәбәбен асыҡлау өсөн республика ғалимдары етди тикшеренеүҙәр үткәргән һәм, бетон менән тимерҙе биохимик коррозия «ашай», тигән һығымтаға килгән. Агрессив мөхиттә бактерияларҙың билдәле бер төрө урынлаша һәм арматура менән бетонды серетә. Бындай реакциялар башланған урындар ҙа асыҡланған. Сәбәптәрҙе билдәләгәс, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бындай аварияларҙы нисек иҫкәртеп булыуын асыҡлаған. Бер нисә технология бар һәм улар әле үк уңышлы ҡулланыла.

Ҡағиҙә булараҡ, бындай мөхит тимер һәм бетондан эшләнгән конструкцияларға емергес йоғонто яһай, шуға күрә 2000 йылдан алып уларҙы ҡулланыу тыйылған. Яңы инженерлыҡ селтәрҙәрен төҙөү хәҙер һоро суйын һәм полипропилен торбалар ярҙамында алып барыла — улар коррозияға артыҡ бирешеп бармай.

Ирек Ялалов әйтеүенсә, инженерлыҡ коммуникацияларының туҙыуы Өфө буйынса 60-62 процентты тәшкил итә һәм әлеге мәлдә уларҙы алмаштырыу буйыса ҡала программаһы әҙерләнә. 20 млрд һум самаһы тәшкил иткән капитал һалыуҙар күләме 2020 йылға тиклем бөтөн коммуникацияларҙы ла яңыртырға мөмкинлек бирә. Өфөгә был аҡсаның 40 проценты талап ителә.

Баш ҡалалағы «ер аҫты йылғалары» торбаларын ремонтлау ғына бөтә проблемаларҙы ла хәл итмәйәсәк. Шуға күрә яҡын арала заманса технологиялар ярҙамында яңы инженерлыҡ коммуникацияларын күпләп төҙөй башларға кәрәк.  

— Бындай авариялар булмаһын өсөн беҙ мөмкин булғанын да, булмағанын да эшләйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Ялалов. — Был процеста алда барабыҙ һәм йыл һайын туҙған селтәрҙәр өлөшөн кәметәбеҙ. Проблеманы бер көндә хәл итеп булмауы аңлашыла, әммә беҙ аварияларға юл ҡуймаҫ өсөн хәүефле урындарҙы бөтөрөргә тырышабыҙ.