11 декабрь, Йәкшәмбе

11 ғинуар 2012 йыл, 17:17

Азамат Бикбаев Иван Поддубный исемендәге халыҡ-ара турнирҙа бронза яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Төмәндә Иван Поддубный исемендәге грек-рим көрәше буйынса 51-се халыҡ-ара турнир үтте. Ярышта биш Олимпия уйындары чемпионы ҡатнашты: Назир Манкиев, Ислам-Бека Альбиев, Алексей Мишин, Асланбек Хуштов һәм Хасан Бароев.

Башҡортостан көрәшсеһе Азамат Бикбаев 84 килограмм ауырлыҡ категорияһында «бронза» яуланы. Был урынды ул Новосибирск спортсыһы Евгений Богомолов менән бүлеште. Өсөнсө урын өсөн көрәштә Азамат Роман Мелешинды (Ҡаҙағстан) еңде.

Был ауырлыҡ категорияһында Алексей Мишин (Мордовия) еңеүсе булды.