Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй матбуғаты көнөндә Үҙәк хәрби округ командованиеһы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бүләкләйәсәк

Йәмғиәт

Үҙәк хәрби округта (унда Башҡортостан да инә) 2011 йыл өсөн ғәскәрҙәрҙең йәшәйешен мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеүгә йомғаҡ яһалды.

Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда округ ғәскәрҙәренең йәшәйешен һәм хәрби әҙерлектәрен мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү күрһәткестәре, 2010 йыл менән сағыштырмаса, һан һәм сифат яғынан күпкә яҡшыраҡ.

2011 йылда киң мәғлүмәт сараларында йәмғеһе 10300-ҙән ашыу материал баҫтырылған, уларҙан 2500-ҙән ашыуы үҙәк баҫмаларҙа урын алған. Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү бүлеге начальнигы подполковник Евгений Мешков һүҙҙәренсә, «Башинформ» агентлығы ла Үҙәк хәрби округтағы ваҡиғаларҙы әүҙем яҡтыртҡан. Был осор эсендә округта 2017 журналист, шул иҫәптән үҙәк баҫмаларҙан 344 вәкил эшләгән.

Округ, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары һәм граждандар мәнфәғәтенән сығып, төрлө характерҙағы электрон мөрәжәғәттәргә 1800 яуап әҙерләнгән һәм ебәрелгән.

— 13 ғинуарҙа, Рәсәй матбуғаты көнөндә, Үҙәк хәрби округ командованиеһы тарафынан округ ғәскәрҙәренең көндәлек эшмәкәрлеген эфирҙа, гәзит биттәрендә һәм интернет баҫмаларҙа әүҙем яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары вәкиләдәренә бүләктәр тапшырыласаҡ, — тип билдәләне Евгений Мешков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть