2 декабрь, Йома

11 ғинуар 2012 йыл, 12:32

Бәләбәй районында 21 йәшлек водитель һәләк булған

автор: Ольга Муртазина | фото: ЮХХДИ

Кисә иртәнге сәғәт 10-да Аксаков — Бәләбәй трассаһында үлемгә килтергән юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. «Форд Фокус» автомобилендә барған 21 йәшлек егет  идараһын юғалтҡан, һөҙөмтәлә машина юлдан сығып осҡан һәм ағасҡа бәрелгән. Йәш водитель шунда уҡ һәләк булған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.