8 декабрь, Кесе йома

11 ғинуар 2012 йыл, 16:22

Республикала 31 меңдән ашыу ер участкаһының кадастр хаҡы билдәләнгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған йылдың дүртенсе кварталында Башҡортостан Республикаһы буйынса Кадастр палатаһы хеҙмәткәрҙәре менән 31119 ер участкалары буйынса кадастр хаҡы билдәләнгән. Бынан тыш, дәүләт кадастрының мәғлүмәт базаһына раҫланған кадастр хаҡын билдәләү акттарына ярашлы 43313 ер участкалары буйынса иҡтисади характеристикалар тураһындағы мәғлүмәт индерелгән.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылдың 1 сентябренән Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына күсемһеҙ милеккә (шул иҫәптән ер участкаларына) теркәлгән хоҡуҡтар, улар менән алыш-биреш итеү, милек хужалары һәм күсемһеҙ милек объекттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тапшырыу менән БР буйынса Росреестр идаралығы шөғөлләнә.