Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ветерандары «Йәмғиәттә танылыу яулау» премияһын булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай

Сәйәсәт

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) республика йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостанда «Йәмғиәттә танылыу яулау» дәүләт премияһын булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ултырышында был инициатива хаҡында һүҙ йөрөтөп, республиканың Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Сергей Габриелов Силәбе өлкәһендә бындай наградалар булдырыу тәжрибәһенең булыуын билдәләне. Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышының «Йәмғиәттә танылыу яулау» премияһы граждандарға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт, Силәбе өлкәһе ветерандарының һәм пенсионерҙарының йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн бирелә. Награда 2010 йылда булдырылған, йыл һайын ул 100 кешегә бирелә. Премия күләме – 25000 һум. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Силәбе төбәк бүлексәһе һәм «Рәсәйҙең Пенсионерҙар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Силәбе өлкәһендәге төбәк бүлексәһе премияға дәғүә итеүселәрҙе тәҡдим итә.

Сергей Габриелов һүҙҙәренсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Йәмғиәттә танылыу яулау» премияһы оло кешеләргә өҫтәмә ярҙам итеү сараһы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть