11 декабрь, Йәкшәмбе

11 ғинуар 2012 йыл, 15:56

2013 йылда Рәсәйҙә урмансыларҙың эш урындары автоматлаштырыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Урман тармағының берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәти системаһының бер өлөшө булараҡ Дәүләт урман реестры бөтә Рәсәй территорияһында 2013 йылда эшләй башлаясаҡ. Бөгөнгө көндә тейешле норматив-хоҡуҡи базаға төҙәтмәләр индерелгән, беренсел документтар пакеты, шулай уҡ Урман реестры программаһының макеты әҙерләнгән. Уға урман фондының торошо, сифаты, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән үткәрелгән саралар тураһындағы мәғлүмәт блоктары индереләсәк, тип хәбәр ителә урман хужалығының «Greenpress» беренсе федераль мәғлүмәт агентлығы сайтында.

«Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда әле 242 участка урман хужалығын үҙ эсенә алған 31 урман хужалығы иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта республикала был өлкәлә 3500 хеҙмәткәр эшләй.

Урмансыларҙың автоматлаштырылған эш урындарын булдырыу бөтә Рәсәй проектының бер өлөшө һанала. Шуға күрә яңы программа продукты менән файҙаланғанда ҡатмарлыҡтар тыумаһын өсөн кадрҙар әҙерләүгә махсус иғтибар бирелә.