Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың микрофинанслау үҙәге бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Иҡтисад

Яңы йылдың тәүге аҙнаһынан «Башҡортостан Республикаһы Микрофинанслау үҙәге» төбәктең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына микрокредиттар биреүен дауам итте. Бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә билдәләнгән матди ярҙамдың күләме 178,75 млн һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн уңайлы булһын өсөн республика биләмәһендә эшҡыуарҙарға бушлай консультациялар биреү, йылына 10 процент ставка менән бер миллион һумға тиклемге суммала микрокредиттар алыуға заявкалар ҡабул итеү һәм килешеүҙәр төҙөү менән шөғөлләнеүсе БР Микрофинанслау үҙәгенең туғыҙ офисы асылды.

Микрофинанслау шарттары һәм офистарҙың адрестары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте www.centerrb.ru сайтынан табырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть