5 декабрь, Дүшәмбе

11 ғинуар 2012 йыл, 15:12

Күмертауҙан «Контраст» бейеү ансамбле XV «Европа өмөттәре» фестивалендә ҡатнаша

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙағы балалар сәнғәт мәктәбенең «Контраст» халыҡ бейеү ансамбле Сочиҙа XV «Европа өмөттәре» фестивалендә ҡатнаша.

Күмертауҙан йәш бейеүселәр был абруйлы конкурсҡа «Алтын сапсан» бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивале һөҙөмтәләре буйынса саҡырылған. Әлеге бәйгелә улар Гран-при яулаған. «Европа өмөттәре» — күп фестивалдәрҙе һәм конкурстарҙы берләштергән халыҡ-ара ҙур мәҙәни проект. Быйыл фестивалдә 10 илдән 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Фестиваль барышын конкурс сайтында тура эфирҙа ҡарап була.

13 ғинуарҙа еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы һәм гала-концерт үтәсәк.

темалар: фестивалдәр