3 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2012 йыл, 14:36

Башҡортостанда 2012-2015 йылдарға ГЛОНАСС-ты ҡулланылышҡа индереү программаһы раҫланды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәйҙәге пассажирҙар ташыу өсөн файҙаланылған бөтә төр транспорт ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы менән йыһазландырылырға тейеш.

— 2012 йылдың 1 июленән билдәләнгән тәртиптә ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS юлдаш навигацияһы аппаратураһы менән йыһазландырылмаған транспорт сараларын файҙаланыу лицензиат тарафынан лицензия талаптарын тупаҫ боҙоу кеүек ҡабул ителәсәк, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.

Дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, төбәктә «ГЛОНАСС навигация-мәғлүмәт системалары» федераль селтәр операторы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу нигеҙендә әҙерләнгән 2012-2015 йылдарға «Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү маҡсатында ГЛОНАСС юлдаш навигация технологияларын ҡулланылышҡа индереү» айырым маҡсатлы программаһы ҡабул ителгән.

— Тәү сиратта был программа пассажирҙар ташыуға диспетчерҙар аша идара итеү системаһын ойоштороу өсөн заманса юлдаш навигация технологияларын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота, — тип билдәләнеләр Дәүләт комитетында. — Уның ярҙамында реаль ваҡыт режимында транспорт сараларының ҡайһы ерҙә булыуын, хәрәкәт йүнәлешен һәм тиҙлеген, туҡталыштар ваҡытын күҙәтеп буласаҡ. Был система шулай уҡ транспорт расписаниеһын иҫәпләп сығарырға, пассажирҙар ағымына ҡарап линияға күпме автобус сығарырға кәрәклеген билдәләргә мөмкинлек бирә.

Дөйөм алғанда был яңылыҡ пассажирҙар ташыуҙың сифатын күтәреүҙе, юл-транспорт фажиғәләрен кәметеүҙе һәм юлдарҙың машиналар үткәреү һәләтен арттырыуҙы күҙ уңында тота.