8 декабрь, Кесе йома

11 ғинуар 2012 йыл, 13:16

Республикала социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы конкурс буйынса һайлап алыу старт ала

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы конкурс буйынса һайлап алыу тураһында иғлан итә. Еңеүселәр социаль йәһәттән әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан йүнәлтелгән средстволар иҫәбенә субсидиялар алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Конкурс буйынса һайлап алыу Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 октябрендәге 365-се «2011-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһының социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына ярҙам итеү программаһы тураһында»ғы ҡарарына ярашлы үткәрелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы үткән йылдың ноябрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыуға субсидиялар биреүгә конкурс үткәргәйне. Башҡортостан конкурс буйынса һайлап алыуҙа еңеүсе тип иғлан ителде. Республикаға 23 миллион 774 мең һум күләмендә субсидия бүленде. Хәҙер конкурс үткәрелергә тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү 2012 йылдың 11 ғинуарында башлана һәм 8 февралендә тамамлана.

Заявкалар Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығында ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт – министрлыҡ сайтында.