Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Юғары суд хеҙмәткәрҙәре Республика балалар клиник дауаханаһының гематология бүлегенә ярҙам күрһәтте

Иҡтисад

БР Юғары суды аппараты судьялары һәм хеҙмәткәрҙәре Республика балалар клиник дауаханаһының гематология бүлегенә ярҙам күрһәтте. Үҙҙәренең инициативаһы менән йыйған аҡсаларына улар бәләкәй пациенттарға кәрәкле медицина аппараты һатып алды.

Суд системаһы хеҙмәткәрҙәре гематология бүлегенә барып, балаларҙы һәм клиника персоналын Яңы йыл менән ҡотланы һәм уларға «Перфузор компакт С» аппаратын тапшырҙы. Был медикаменттарҙы юғары теүәллек менән үлсәп һалырға мөмкинлек биреүсе шприцлы насос.

Бүлек мөдире Татьяна Красавцева бәләкәй пациенттар, уларҙың ата-әсәләре һәм медперсонал исеменән суд хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтен еткерҙе.

БР Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушинаның әйтеүенсә, хәйриә эшмәкәрлеге балалар дауаханаһы менән генә сикләнмәй.

— Бынан алдараҡ аҡылы буйынса зәғиф балалар тәрбиәләнгән Серафимовка йорт-интернатына ла ярҙам күрһәтелде. Уларға аң-фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе уйындар, мәктәп кәрәк-яраҡтары, йомшаҡ уйынсыҡтар, тренажерҙар, спорт инвентары, китаптар, башҡа төрлө кәрәкле әйберҙәр һатып алынды.

Теги: хәйриә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть