Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дүрт тәбиғәт объекты тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде

Йәмғиәт

Башҡортостанда тәбиғәт ҡомартҡыларының иҫәбе артты. Уникаль тәбиғәт ландшафттарын һаҡлап ҡалыу һәм рекреацион ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында дүрт тәбиғәт объекты һәм комплексы – республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, ә улар биләгән территориялар айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тип иғлан ителде. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2011 йылдың 30 декабрендә ҡул ҡуйылды.

— Тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә Ғафури районындағы мәмерйәләр, Мәләүез районындағы Ҡарағайлыҡ үҙәне һәм райондың Озерки ауылы эргәһендәге Ҡарағайлыҡ, шулай уҡ Нуриман районындағы Билгеләр күле һәм һаҙлығы индерелде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләрен һаҡлау режимы булдырылды.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән асыҡлауҙарынса, документ әлеге тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлаясаҡ ойошмаларҙы билдәләй. Ҡарарға ярашлы, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Башҡортостан Республикаһының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дәүләт кадастрына төҙәтмәләр индерергә, шулай уҡ тәбиғәт объекттарына һәм комплекстарына паспорт юлларға ҡушылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть