Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө халҡы мэрияның «ҡыҙыу пейджерына» 2011 йылда 2288 тапҡыр мөрәжәғәт иткән

Йәмғиәт

Өфө халҡы мэрияның «ҡыҙыу пейджерына» 2011 йылда 2288 тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итә.

«Ҡыҙыу пейджер»ға мөрәжәғәттәрҙең күбеһе әүәлгесә торлаҡ йорттарҙы ремонтлауға ҡайтып ҡала. Бер йыл эсендәге шылтыратыуҙарҙың өстән бер өлөшө тап ошо мәсьәләгә ҡағыла. Өфө халҡы өсөн икенсе популяр проблема – ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм сүп-сарҙы сығарыу – был мәсьәлә буйынса 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Иғтибар йүнәлтелгән башҡа мәсьәләләр – юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү, йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеге. Ә иң аҙ мөрәжәғәттәр сауҙа, төҙөлөш һәм мәғариф темаларына арналған.

Ялыуҙар һәм башҡа төрлө мөрәжәғәттәр менән бер рәттән ҡала халҡынан рәхмәттәр ҙә ҡабул ителгән. Әммә Өфө халҡы урындағы власҡа йыл дауамында ни бары 15 тапҡыр рәхмәт әйткән.

«Ҡыҙыу пейджер»ға иң күп шылтыратыуҙар Октябрь районы халҡынан ҡабул ителгән – 554. Әүҙемлек буйынса икенсе урында Калинин районы халҡы – уларҙан 540 шылтыратыу булған. Иң аҙ мөрәжәғәт Дим районына тура килә – 65. Статистика буйынса «ҡыҙыу пейджер»ға шылтыратыуҙарҙың ҙур өлөшө өлкән йәштәгеләрҙән, бик йыш ҡатын-ҡыҙҙарҙан килә.  

«Ҡыҙыу пейджер» Өфөлә 10 йылдан ашыу эшләй. Һәм йыл һайын уға мөрәжәғәттәр арта бара. Әгәр бер нисә йыл элек, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса уға 1477 шылтыратыу булһа, хәҙер был һан ике тапҡырға артҡан. 2011 йылда ҡала хакимиәте менән ойошторолған социологик һорау алыу буйынса, Өфө халҡының 47 проценттан ашыуы халыҡ менән урындағы властың ошо рәүешле хеҙмәттәшлек итеүен һөҙөмтәле тип иҫәпләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть