2 декабрь, Йома

11 ғинуар 2012 йыл, 11:41

Өфөнөң хеҙмәт биржаһы бер йылда 78 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәтенә былтыр 78 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 44 меңе тиерлек 2011 йылда үткәрелгән 64 вакансиялар йәрминкәһенә килгән. Яҡынса ун проценты, йәғни 4400 самаһы кеше ошо йәрминкәләр ярҙамында эшкә урынлашҡан, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән.

— 2011 йылда 3400-ҙән ашыу кеше беҙҙең Үҙәктең белешмәләр хеҙмәтенә шылтыратып, консультациялар алды. Тағы 4200 граждан мәшғүллек хеҙмәтенә шәхсән үҙе килеп, дежур диспетчерҙан кәңәштәр алды. Йыл дауамында беҙ хоҡуҡи ярҙам да күрһәттек, шулай уҡ эш эҙләүселәргә мәғлүмәт киоскылары, электрон табло һәм стендтар ярҙамында мәғлүмәт бирҙек, — тине Өфөләге Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

темалар: хеҙмәт баҙары