6 декабрь, Шишәмбе

11 ғинуар 2012 йыл, 10:54

Республикала хоҡуҡи мәғлүмәт порталы асылды

автор: «Башинформ»

Башҡортостанда хоҡуҡи мәғлүмәт бирелгән www.npa.bashkortostan.ru рәсми интернет-порталы асылды.

Баҫмала республика закондары, Дәүләт Йыйылышы акттары, Башҡортостан Президенты указдары һәм күрһәтмәләре, Хөкүмәт ҡарарҙары һәм күрһәтмәләре, шулай уҡ республика башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттары кеүек мотлаҡ рәүештә баҫылырға тейешле хоҡуҡи документтар урынлаштырыласаҡ.

Хоҡуҡи интернет-ресурс Башҡортостан Президентының 2011 йылдың 21 октябрендәге УП-534 һанлы «Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи акттарын рәсми баҫтырыу тәртибен камиллаштырыу тураһында»ғы Указына ярашлы булдырылды.

Электрон баҫма ярҙамында граждандарға һәм ойошмаларға төбәктең хоҡуҡи документтары менән танышыу еңелерәк буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән ойошторолған хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталы ғәмәлдәге хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырыу сығанаҡтарына («Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан», «Республика Башкортостан», «Башҡортостан» һәм «Кызыл Таң» гәзиттәре) өҫтәмә итеп булдырылды. Уның функциональ яҡтан тәьмин ителеше Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Аппаратына йөкмәтелде, тип хәбәр иттеләр Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.