8 декабрь, Кесе йома

11 ғинуар 2012 йыл, 10:00

Рөстәм Хәмитов төбәк власы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

10 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин етәкселегендәге видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа биреү тураһында һүҙ барҙы.

— Йыш ҡына отчеттар үтә матур төҙөлә, ә граждандар төбәк етәкселегенең эш һөҙөмтәләрен бик түбән баһалай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Ҡағыҙҙағы мәғлүмәттәрҙең граждандарҙың был ялған ҡаҙаныштарға ҡарата мөнәсәбәтенә тура килмәүе баһаларҙың дөрөҫлөгө хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Эш һөҙөмтәләре, теге йәки был төбәк командаһының иҡтисади һөҙөмтәлелеге туранан тура граждандар тормошоноң кимәлендә сағылырға тейеш.

Әлеге ваҡытта РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы, РФ Финанстар министрлығы, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре составындағы эш төркөмө төбәк власы эшмәкәрлегенә комплекслы баһа биреүҙең яңы критерийҙарын әҙерләй, тип билдәләнде кәңәшмә барышында.

темалар: бр президенты