Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың хәрби комиссариаты – хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу һөҙөмтәләре буйынса Үҙәк хәрби округта иң яҡшыһы

Йәмғиәт

Үҙәк хәрби округтың хәрби комиссариаттары 2011 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә Волга буйынан, Уралдан, Көнбайыш Себерҙән һәм Байкал буйынан 60 меңдән ашыу призывникты оҙатҡан. Әммә уларҙың дүрттән бер өлөшө генә округ биләмәһендә хеҙмәт итәсәк, тип хәбәр итә Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәте.

2 меңдән ашыу егет – Хәрби-диңгеҙ флотына, 10 меңдән ашыуы – Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренә, 4 меңдән ашыуы Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә ебәрелгән. 77 кеше альтернатив граждан хеҙмәтен һайлаған. Һөҙөмтәләр буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы тейешле сроктарҙа, ойошмалы рәүештә үткәрелгән, призывниктар һаны план күрһәткестәренә ҡарата бер аҙға артҡан. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаты ғәскәрҙәргә пландан тыш 14 процент егетте ебәргән, тиелә Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтендә.

Иң күп егеттәрҙе Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең, Красноярск крайының хәрби комиссариаттары ебәргән.

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу 31 декабрҙә тамамланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть