5 декабрь, Дүшәмбе

10 ғинуар 2012 йыл, 17:18

Башҡортостандың 37 баҫмаһы «Матбуғаттың алтын фонды-2012» исемлегенә инде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан «Матбуғаттың алтын фонды»ның иң күп еңеүселәрен йыйған төбәктәр иҫәбенә инде. БР Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың 37 баҫмаһы Рәсәйҙең иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары исемлегенә эләккән.

2011 йылда Рәсәй төбәктәренән йәмғеһе 400-ләгән киң мәғлүмәт сараһы «Матбуғаттың алтын фонды»на инеү хоҡуғы өсөн көрәшкән.

Әүәлерәк «Башинформ» агентлығында хәбәр ителеүенсә, «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһе 2005 йылда «Матбуғат» халыҡ-ара профессиональ күргәҙмәһе менән булдырылған. Ул Рәсәйҙең рухи тергеҙелеүенә һәм милләтте интеллектуаль йәһәттән байытыуға булышлыҡ итеүсе материалдар баҫтырыусы, юғары әхлаҡи принциптарҙы әүҙем һәм белеп пропагандалаусы баҫмаларға бирелә.

Еңеүсе баҫмаларҙың тулы исемлеге менән БР Журналистар союзының сайтында танышырға мөмкин.