Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «голштин-фриздар» һөт буйынса рекорд ҡуя

Иҡтисад

Башҡортостанда «голштин-фриз» тоҡомло һыйырҙар иң һөтлөләрҙән һанала. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республиканың өс хужалығы һауым буйынса ете меңлек сикте үтте. Уларҙың барыһы ла тап ошо һөтлө тоҡомдо үрсетеүгә өҫтөнлөк биргән.

Республикала һөт малсылығы буйынса лидер — Туймазы районының «Нерал-Матрикс» берлектәге предприятиеһы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Йыл дауамында бында һәр һыйырҙан 7802-шәр килограмм һөт һауылған. Икенсе урында Өфө районының «Алексеевка» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы — 7567 кг, өсөнсөлә – Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — 7438 кг.

Тоҡомсолоҡ хужалығы статусына эйә тағы 11 ауыл хужалығы предприятиеһы һәр һыйырҙан 6 мең килограмдан ашыу һөт һауып алған.

Дөйөм алғанда 2011 йыл йомғаҡтары буйынса республикала тулайым һауым 1 млн 750 мең тоннанан ашҡан. Уртаса алғанда һәр һыйырҙан бер йылда 3257 килограмдан ашыу һөт һауылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть