7 декабрь, Шаршамбы

10 ғинуар 2012 йыл, 16:04

Халыҡ-ара балалар уйындарының иң яҡшы эмблемаһы һәм талисманына конкурс оҙайтылды

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманының иң яҡшы проектына конкурсты 2012 йылдың 23 ғинуарына тиклем оҙайтты.

Конкурста ҡатнашыуға ижади берләшмәләр, профессиональ рәссамдар, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары, шулай уҡ реклама менән шөғөлләнгән предприятиелар, реклама агентлыҡтары һәм үҙешмәкәр рәссамдар саҡырыла.

Иң үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ талисман һәм эмблема авторын аҡсалата премия, грамота һәм Башҡортостанда үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарының барлыҡ ярыштарына ла билеттар көтә.

Һәм иң мөһиме – ул эшләгән эмблема халыҡ-ара ярыштарҙың сувенир продукцияһын, афишаларын һәм плакаттарын биҙәйәсәк.

Конкурс материалдары һәм заявка электрон вариантта 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 11-се офис адресы буйынса йәки mail@metod-center.ru электрон почтаһы аша ҡабул ителә.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347)251-16-32 телефоны буйынса алырға мөмкин.

VI Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем үтәсәк. Башҡортостандың баш ҡалаһында донъяның 20-нән ашыу иленән 12-15 йәштәрҙәге меңгә яҡын йәш спортсы йыйыласаҡ.