3 декабрь, Шәмбе

10 ғинуар 2012 йыл, 16:00

Байрам көндәрендә республикала 104 янғында 18 кеше һәләк булған

автор: Ольга Мортазина

Бәләбәй районының Илкә ауылында булып үткән янғында тотош ғаилә тиерлек һәләк булған. Өлкән йәштәге ата-әсә өс улы менән бергә йәшәгән. Янғын һүндереүселәр 73 йәшлек өй хужаһының, уның 76 йәшлек ҡатынының, 45 һәм 34 йәштәге улдарының мәйетен тапҡан. Уртансы улдары уттан сығып өлгөргән, ҡулдары бешкән 41 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған. Уның күрһәтмәләренә таянып, янғын һүндереүселәр хужабикәнең айыҡ булмаған килеш йортҡа үҙенең ут төртөүен янғындың төп сәбәбе тип билдәләй.

— 1-9 ғинуарҙа Башҡортостанда 104 янғын үткән, уларҙа 18 кеше һәләк булған. Былтыр Яңы йыл каникулдарында 132 янғын булып, шулай уҡ 18 кеше һәләк булғайны. Фажиғәләр иҫәбе кәмегән, әммә йәрәхәтләнеүселәр һаны артҡан: былтырғы 9 кешегә ҡарата быйыл 13 кеше. Башлыса янғындар шәхси йорттарҙа һәм ауыл ерендә сыға. Йыл дауамында янғын инспекторҙары 10 мең 170 йортто тикшереп, 19 мең 193 кешегә инструктаж үткәрҙе, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан.

темалар: янғын