Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Муниципаль һайлауҙарҙа республикала ике меңдән ашыу кандидат ҡатнашырға ниәтләй

Сәйәсәт

Башҡортостанда алдағы муниципаль һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланып килә. БР Үҙәк һайлау комиссияһы Мәғлүмәт үҙәгенең 9 ғинуарға ҡарата бирелгән мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала ике меңдән ашыу кандидат күрһәтелгән (2061), шуларҙың 1230-ы теркәлеү үткән. Урындағы үҙидараның һайлаулы органдарына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү 17 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 4 мартында Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары менән бергә муниципаль һайлауҙар үтәсәк. Республиканың һигеҙ ҡала округында – Өфөлә, Ағиҙелдә, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡта урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары – ҡала Советтарына һайлауҙар үтәсәк. Дөйөм алғанда 192 мандат алмаштырыласаҡ. Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегендә ҡала Советына өҫтәмә һайлауҙар (бер һайлау округы буйынса) үтергә тейеш. Ағиҙел һәм Межгорье ҡалаларынан тыш, ете ҡала Советына депутаттар һайлау тәүге тапҡыр ҡатнаш система (мажоритар һәм пропорциональ) буйынса ойоштороласаҡ. Ошо уҡ көндө туғыҙ ҡала биләмәһе Советына (165 бер мандатлы округ буйынса) һәм 30 ауыл биләмәһе Советына (294 округ буйынса) һайлауҙар үтәсәк. 60 округ буйынса ауыл биләмәләре Советына – өҫтәмә, ете округ буйынса ҡабаттан һайлауҙар үтәсәк.  Дөйөм алғанда муниципаль һайлауҙарҙа 721 депутат мандаты таратыласаҡ.

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть