4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ғинуар 2012 йыл, 14:40

Башҡортостанда техник тикшереү өсөн иң сикке хаҡ билдәләнде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда транспорт сараларының техник торошон тикшереүгә түләүҙең иң юғары күләме билдәләнде.

Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарары «Транспорт сараларының техник торошон тикшереү тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль законға ярашлы ҡабул ителде, тип аңлаттылар Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылда техник тикшереүҙе ЮХХДИ-ла ла – был функция 2014 йылға тиклем Дәүләт автоинспекцияһында ҡаласаҡ, шулай уҡ шәхси станцияларҙа ла үтергә мөмкин. Һуңғыларының эшмәкәрлеген Рәсәй автостраховкалаусылар союзы контролдә тота.

Раҫланған хаҡтарға ярашлы, 1 ғинуарҙан Башҡортостанда еңел автомобилдең техник торошон тикшереү өсөн иң күбендә – 450 һум, 3,5 тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы йөк машинаһы өсөн – 480 һум, һигеҙҙән артыҡ урыны булған биш тоннаға тиклемге ауырлыҡтағы пассажирҙар автобусы өсөн 810 һум түләргә кәрәк буласаҡ.

Бөтә төр транспорт сараларының техник торошон тикшереү өсөн ҡаралған түләүҙәрҙе БР Хөкүмәте сайтында урынлаштырылған Ҡарарҙың ҡушымтаһынан белергә мөмкин.