Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала йәнә «Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге эшләй башланы

Йәмғиәт

Наркотиктарға һәм алкоголизмға бәйлелектән ҡотҡарыусы «Нәсихәт» ислам реабилитация үҙәге Өфөлә йәнә үҙ эшен дауам итте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙәк етәксеһе Нурмөхәмәт Нуриев хәбәр итте.

Үҙәк асылғандан алып (2009 йыл) унда 150-гә яҡын кеше наркотиктарға һәм алкоголизмға бәйлелектән ҡотҡарылған. Әммә 2011 йылдың көҙөндә үҙәк үҙ эшен туҡтатырға мәжбүр булған.

Нурмөхәмәт Нуриев һүҙҙәренсә, элекке наркомандар — йыл эсендә, ә алкоголизм тырнағына эләккән кешеләр ярты йыл эсендә үҙәктә реабилитация үтә. Ярҙам һорап бында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан ғына түгел, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстандан, Силәбе, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Төньяҡ Кавказ республикаларынан да киләләр.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре алкоголь һәм наркотик матдәләрҙе тыйыусы исламға һәм кешеләр араһында йылы мөнәсәбәттәргә нигеҙләнеп эш итә. Үҙәк реабилитанттарҙы медицина дауалауы курсын үткәндән һуң ғына ҡабул итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть