5 декабрь, Дүшәмбе

10 ғинуар 2012 йыл, 13:55

Өфөнөң вакансиялар банкы «диетала ултырыуын» дауам итә

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә вакансиялар иҫәбе һаман кәмей. Башҡортостандың баш ҡалаһында бөгөн 8100 буш эш урыны булғанда рәсми рәүештә 8800-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. 8100-ҙән ашыу кеше эшһеҙлек буйынса пособие ала. Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә әле йәмғеһе туғыҙ меңдән ашыу кеше иҫәптә тора.

«Башинформ» агентлығына ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансияларҙың нисбәте 2011 йылдың декабре менән сағыштырғанда бер аҙ үҫкән һәм әлеге мәлдә 1,12-гә тиң. Эшһеҙлек кимәле әле 1,59 процентҡа етә.

Шул уҡ ваҡытта бер ай элек кенә Өфөлә 8500-ҙән ашыу эшһеҙгә ҡарата 11600-ҙән ашыу буш эш урыны бар ине.