11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ғинуар 2012 йыл, 13:23

Өфөлә 2012 йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Кесе йома, 12 ғинуарҙа, Өфөлә яңы йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк, унда баш ҡаланың һаҡ ойошмалары эш эҙләүселәргә буш эш урындарын тәҡдим итәсәк. Сараны, ғәҙәттәгесә, ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойоштора.

— 2011 йылда 64 бындай йәрминкә үткәрҙек. Унда 44 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Уларҙың 10 проценты йәки 4367 эш эҙләүсе беҙҙең йәрминкәләр ярҙамында эшкә урынлашты. Йыл дауамында бындай йәрминкәләрҙә ҡаланың 1260-тан ашыу предприятие һәм ойошмаһы ҡатнашты, улар 22 меңгә яҡын буш эш урыны тәҡдим итте, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыу һәм эш урындары вакансиялары йәрминкәһендә, милек формаһына һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрөнә ҡарамай, кадрҙар һайлап алыуға мохтаж булған барлыҡ эш биреүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтәсәк. Башлана – 10 сәғәттә.