11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ғинуар 2012 йыл, 12:45

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында – яңы етәксе

автор: Әлим Фәйезов

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп бығаса әлеге уҡыу йортоноң фән һәм инновацион үҫеш буйынса беренсе проректоры вазифаһын башҡарған Наталья Солодилова тәғәйенләнде. Бындай ҡарар Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев Федераль Йыйылыштың Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланыу сәбәпле ҡабул ителде. Александр Дегтярев мәғариф буйынса комитетты етәкләне.

Наталья Солодилова Мәскәү технология институтын тамамлаған, иҡтисади фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә эйә.