10 декабрь, Шәмбе

10 ғинуар 2012 йыл, 11:49

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә бөтә төр пособиелар арттырылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

1 ғинуарҙан, ҡулланыусылар хаҡының артыуын иҫәпкә алып, балалы ғаиләләргә бөтә төр пособиелар ҡайтанан билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Индекслау күләме 6 процент тәшкил итте.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә торған буласаҡ әсәләргә бер тапҡыр түләнә торған пособие хәҙер 534,98 һум тәшкил итә. Бала тыуғас та ғаилә бер тапҡыр 14 мең 266 һум аласаҡ. 1 ғинуарҙан бала йәш ярымға еткәнгә тиклем беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның минималь күләме – 2674,9 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға – 5349 һум тәшкил итә.

Ауырға ҡалыу һәм бала табыу буйынса түләнгән пособиеның максималь хаҡы ла артасаҡ, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Ул эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға бала тыуыр алдынан 70 көн дауамында һәм тыуғандан һуң 70 көн түләнә. 2012 йылда тулы календарь ай өсөн пособиеның иң ҙур күләме 36563 һум тәшкил итәсәк.

Әсәлек капиталы 387640,3 һумға тиклем арттырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылда уның күләме 365698,4 һум тәшкил иткәйне.