8 декабрь, Кесе йома

10 ғинуар 2012 йыл, 10:51

Силәбе өлкәһендә башҡорт телендә гәзит сығарыла

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһында «Родные просторы. Тыуған яҡ» гәзите сығарыла башланы. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбировтың хәбәр итеүенсә, гәзит сығарыуға ҡалалағы башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәренең һорауы сәбәпсе булған. Улар «Нязепетровские вести» район гәзите редакцияһына мөрәжәғәт иткән.

Дүрт битлек «Родные просторы. Тыуған яҡ» баҫмаһы айына ике тапҡыр нәшер ителәсәк. Унда районда йәшәгән абруйлы башҡорт зыялыларының яҙмышы, башҡорттар тарихы һәм мәҙәниәте, милли коллективтар, йырсыларҙың уңыштары тураһындағы мәҡәләләр донъя күрәсәк.

Михаил Хәбировтың әйтеүенсә, әүәлерәк районда башҡорт телендә телетапшырыуҙар ҙа, матбуғат баҫмалары ла булмаған.

Редакция планында – балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү өсөн материалдар, милли аш-һыу рецептары баҫтырыу. Ҡайһы бер мәҡәләләр рус телендә буласаҡ. Гәзиттең беренсе һанында башҡорт халыҡ костюмына арналған балалар һүрәттәренә конкурс иғлан ителгән.