Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Яңы йыл өҫтәленә ҡаҙҙы Башҡортостанда 800-1000 һумға алырға мөмкин

Иҡтисад

Яңы йыл өҫтәленә ҡаҙҙы Башҡортостан халҡы 800-1000 һумға һатып ала ала. Барыһы ла уның ауырлығынан тора. Ҡаҙ итенең бер килограмы йәрминкәләрҙә 250-300 һумға һатылған, ә өйрәктәр арзаныраҡ — 150-250 һум.

Республикала үткән ит йәрминкәләрендә йәмғеһе 1300 тоннаға яҡын ит һатылған. Уларҙың 50 проценттан ашыуы — һыйыр итенә, 20 проценты — сусҡа итенә, унышар проценты йылҡы, һарыҡ һәм ҡош итенә тура килә.

Йәрминкәлә бер килограмм иттең хаҡы түбәндәгесә булған: һыйыр ите — 180-280 һум, сусҡа ите – 150-280 һум, һарыҡ ите – 180-280 һум, йылҡы ите -  210-250 һум. Быйылғы йәрминкәләрҙә иттең хаҡы былтырғыға ҡарағанда 30-35 процентҡа ҡыйбатыраҡ, ҡош ите иһә — 5 процентҡа арзаныраҡ.

Бында һуңғы көндәрҙә бөтә продукцияға хаҡ артыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. 2012 йылдың февраленән ит йәрминкәләре дауам ителәсәк.

Теги: яңы йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть