5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 16:21

Волга буйы федераль округындағы иң арзан һөт - Башҡортостанда

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда бер литр стерилләнгән айыртылмаған һөттөң хаҡы — 36,59 һум. Яңы йыл алды аҙнаһындағы мәғлүмәттәр буйынса был Волга буйы федераль округындағы иң түбән хаҡ. Һөт етештереү буйынса ғына түгел, уның хаҡы буйынса ла республика округта лидер булып ҡала.

Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, иң ҡыйбат һөт округта Киров өлкәһенә тура килә – 54,85 һум. Күршеләребеҙ Татарстанда бер литр өсөн — 37,66 һум, Ырымбур өлкәһендә 36,68 һум түләргә тура килә. Һарытау өлкәһендә һөт уртаса алғанда 38,8 һум тора. Волга буйы федераль округының башҡа субъекттарында иһә төп аҙыҡ-түлек продукттарының береһенең хаҡы 40 һумдан аша.