5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 15:35

«Версия Башкортостана» уҡыусыларының һорауҙарына прокурор ярҙамсыһы яуап бирәсәк

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Көндәлек тормошта тыуып торған бихисап һорауҙарға «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында яуап бирергә әҙерҙәр: «ҡыҙыу линияға» шылтыратҡандарға гәзит ҡунаҡтары  – адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре үҙ кәңәштәрен бирәсәк.

Шишәмбе, 10 ғинуарҙа, тура бәйләнештә республика прокурорының граждандар ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Элина Арманшина һәм БР прокуроры ярҙамсыһы Наталья Рәхмәтуллина тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.    

Хеҙмәт бушлай һәм уның менән бындай ярҙамға мохтаж һәр кем файҙалана ала. Бының өсөн 15 сәғәттән 17-гә тиклем (8-347) 272-79-16 номерына шылтыратығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был рубрика – даими, граждандар менән аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә. Үрҙә күрһәтелгән телефонға шылтыратығыҙ һәм ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы юрисҡа бирегеҙ!

«Ҡыҙыу линияға» мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең киләһе һандарында донъя күрә.

Һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин. Компетентлы кешенең яуабы менән ул “Һеҙҙең хоҡуҡ” тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.  

темалар: хоҡуҡи ярҙам