3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 15:13

Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары араһында Рөстәм Хәмитовтың рейтингы тағы күтәрелде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәүге ун иң яҡшы лоббисы-төбәк лидерҙары араһындағы рейтингы тағы күтәрелде. Был турала «Независимая газета» заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы менән үткәрелгән 2011 йылдың ноябрь айындағы тикшереү йомғаҡтарында әйтелә, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында төбәк лидерҙары исемлегендә Рөстәм Хәмитов, 3,98 балл менән Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеевты үтеп, етенсе урынды биләй. Әгәр быйыл октябрҙә Башҡортостан Президентының рейтингы 4,02 балл менән баһаланһа, ноябрҙә был коэффициент тағы артҡан һәм 4,06 балға еткән.

«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында тәүге өс лоббист-төбәк лидерҙары исемлеген әүәлгесә Мәскәү мэры Сергей Собянин башлап ебәргән, артабан Георгий Полтавченко (Санкт-Петербург) һәм Владимир Якушев (Төмән өлкәһе) килә.  

2011 йылдың ноябрь айындағы Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары-төбәк лидерҙары рейтингын тикшереү һөҙөмтәләре «Независимая газета» сайтында баҫылып сыҡҡан.