10 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 14:56

Яңы йыл байрамдарында егерҙар браконьерҙарға ҡаршы рейдтарға сығасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда һунарсылыҡ ҡануниәтен күҙәтеү буйынса көн һайын рейдтар ойоштороласаҡ.  

Күп йәнлектәргә һунар итеү миҙгеле 31 декабрҙә тамамлана. Яңы йыл байрамдарында тояҡлылар иҫәбенән йәш ҡабандарға ғына һунар итергә мөмкин, уныһы ла даими һунарсыларға беркетелгән  һунарсылыҡ биләмәләрендә. 2012 йылдың 29 февраленә тиклем төлкөләргә, ҡуяндарға, бүрегә, урман этенә һәм тағы бер нисә затлы тиреле йәнлектәргә генә һунар дауам ителәсәк.

Закон сигендә эш иткән һунарсылар менән бергә байрамдарҙа браконьерҙар ҙа әүҙемлек күрһәтә башлай. Һунар итеү ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймаҫ өсөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә лә, байрамда ла эшкә сығасаҡ. Рейдтар бөтә республика территорияһында ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығынан.