Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 24 мең тоннанан ашыу йәшелсә һатылған

Иҡтисад

Быйылғы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 24 мең тоннанан ашыу яңы уңыш продукцияһы һатылған. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, йәрминкәләр республикала 17 сентябрҙә башланғайны. Йәшелсәләр менән сауҙа итеүгә 50-нән ашыу майҙансыҡ, шул иҫәптән Өфөлә 20 сауҙа урыны бүленде. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, республика халҡы йәрминкәләрҙә 11 мең тоннанан ашыу картуф, 5 мең тоннанан ашыу һуған, 3 мең тонна самаһы кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр һәм башҡа продукция һатып алған.  

Мониторингыға ярашлы, йәрминкәләрҙә картуф һәм йәшелсәләрҙең хаҡы былтырғыға ҡарағанда уртаса алғанда 40-59 процентҡа арзаныраҡ булған, теүәлерәк әйткәндә: картуф, сөгөлдөр – 50 процентҡа, кишер – 58 процентҡа, һуған – 32 процентҡа, кәбеҫтә – 55 процентҡа, бал 14 процентҡа осһоҙораҡҡа һатылған.

Аҙна һайын йәрминкәләргә 100-200 меңләп кеше йөрөүе билдәле.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть