9 декабрь, Йома

30 декабрь 2011 йыл, 12:56

БР Дәүләт Йыйылышының сайты «Һеҙҙең депутат» сервисы менән тулыландырылған

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сайты яңы сервис менән тулыланды, уның арҡаһында теләге булған һәр кем хәҙер үҙенең округынан һайланған депутатты таба ала.

Бының өсөн сайттың баш битендә урынлашҡан «Депутаттар» бүлегенә инеп, «Һеҙҙең депутат» тигән эҙләү бүлегенән файҙаланырға кәрәк. Республика парламентының яңыртылған сайтында һәр депутаттың хәҙер үҙенең бите бар, унда «Интернет-ҡабул итеү» хеҙмәте эшләй. Был биттә биографик характерҙағы мәғлүмәт, шулай уҡ депутаттың халыҡты ҡабул итеү графигы бирелгән.