3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 17:00

Өфөлә янғын һүндереүселәр боҙ ҡаласыҡтары конкурсын үткәрә

автор: Ольга Мортазина

Өфөнөң янғын һүндереүселәре йола буйынса Яңы йылды иң яҡшы боҙ ҡаласығына конкурс менән ҡаршылай. Смотрҙа барлыҡ бүлексәләр ҙә ҡатнаша. Ғинуарҙа жюри йомғаҡ яһаясаҡ. Ҡытай календары буйынса йыл символы – Аждаһаға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

— Байрамса кәйеф булдырыу, ҡаланы биҙәү, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү маҡсатында янғын һүндереүселәр йыл һайын боҙ ҡаласыҡтарын ойоштора, — тине «Рәсәй янғынға ҡаршы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 22-се отряды» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Артемова.

темалар: конкурстар