6 декабрь, Шишәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 12:41

«Баҡалы һөт» 15 төрҙәге һөт продукцияһы сығарасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Баҡалы ауылындағы яңы цех тәүлегенә 30 тонна һөт продукцияһы сығарасаҡ. Киләсәктә уның ҡеүәте 40 тоннаға етергә тейеш. Ағымдағы йылдың һуңғы көндәрендә «Баҡалы һөт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә яңы цех асылды. Хәҙер сырҙар етештереүҙән тыш предприятие тағы 15 төрҙәге продукция сығарасаҡ.

Предприятиеның генераль директоры Булат Кашаповтың билдәләүенсә, яңы производствоға инвестициялар 26 млн һум самаһы тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта был аҡсаларҙың 30% — үҙҙәренең кеҫәһенән, ә 70% – кредит ресурстары. Алдағы өс йылда предприятие сығымдарҙы ҡапларға ниәтләй.

Яңы продукция етештереү өсөн тәбиғи сеймал ғына файҙаланыла. Предприятиеның 15 һөт ташыу машинаһы район халҡынан артып ҡалған һөттәрен йыя. Урындағы ауыл хужалығы предприятиелары ла һөтөн бында тапшыра.

Цех асылғанға тиклем «Баҡалы һөт»төң 130 хеҙмәткәре сырҙар етештереү менән шөғөлләнгән. Предприятие тәүлегенә биш тонна сыр етештерә. Баҡалы сырҙары  республика халҡына ла, Екатеринбургтағы, Ҡазандағы күршеләребеҙгә лә яҡшы таныш.