2 декабрь, Йома

30 декабрь 2011 йыл, 12:28

Башҡортостандың Төҙөүселәр союзы 2012 йылға өҫтөнлөктәр билдәләне

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Төҙөүселәр союзы яңы йылға ҙур пландар менән аяҡ баҫа. Февралдә үҙен үҙе көйләүсе ойошманың 2011 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ, килемдәр һәм сығымдар сметаһы раҫланасаҡ. Яҙ көнө «2011 йылда төҙөлөштәге электрон аукцион йомғаҡтары» мәсьәләһе буйынса семинар-кәңәшмә үткәреү планлаштырыла.

Бынан тыш, республиканың Төҙөүселәр союзынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы йылда үҙкөйләнеш мәсьәләләре буйынса конференциялар үтәсәк, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса семинарҙар ойоштороласаҡ.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, БР Дәүләт төҙөлөш өлкәһенә күҙәтеү инспекцияһы менән килешеп эш итеү ҙә үҙен үҙе көйләүсе ойошманың маҡсаттары араһында. Йола буйынса «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш комплексының һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә республика конкурсы һәм башҡа күп саралар үтәсәк.