10 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 12:22

Өфө һәм Башҡортостан парламентарийҙары фенилкетонурия менән ауырыған балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы

автор: Людмила Терновая

Өфөлә фенилкетонурия менән ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса «Сикһеҙ Яңы йыл» тип исемләнгән хәйриә акцияһы үтте. Ул Башҡортостан Республикаһындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил башланғысы менән ойошторолдо, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы ҡала округы советының матбуғат хеҙмәте.  

Акцияла Өфө ҡала советының, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутаттары, шулай уҡ БР Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре ҡатнашты. Улар балаларға составында аҡһымы аҙ булған махсус продукттар йыйылмаһынан торған ҡыйбатлы бүләктәр тапшырҙы.  

Белешмә өсөн. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда фенилкетонурия диагнозы ҡуйылған 73 бала йәшәй, уларҙың 17-һенә инвалидлыҡ бирелгән. Фенилкетонурия (фенилпировиноградлы олигофрения) – аминокислоталар, башлыса фенилаланин метаболизмы боҙолоуына бәйле нәҫелдән килгән ауыр сир. Беҙҙең илдә фенилкетонурияны дауалауҙың берҙән-бер алымы – аҡһымда булған фенилаланинды ҡырҡа сикләү принцибына ҡоролған ваҡытында (тыуғандан алып) ойошторолған диетотерапия.