8 декабрь, Кесе йома

30 декабрь 2011 йыл, 11:50

Өфөлә өлкән йәштәге студенттар университет тамамлаусылар сертификаттарын алды

автор: Любовь Колоколова

Яңы йыл алдынан Өфөнөң Киров районындағы өсөнсө быуын халыҡ университетының илленән ашыу студенты уҡыу йортон тамамлаусылар сертификаттарын алды. Тантаналы сара 11-се Аксаков гимназияһында үтте.

— Бөгөн күп кенә оло кешеләргә аралашыу етешмәй. Бынан тыш, улар компьютер һәм интернет менән ҡулланыуҙа йәштәрҙән артта ҡалғыһы килмәй. Өсөнсө быуын университеты ололарға тормошҡа яңы шарттарҙа яраҡлашырға ярҙам итә, — тине Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Роман Хәкимов.

Халыҡ университетында оло быуын вәкилдәре компьютерҙа эшләү нигеҙҙәре, инглиз һәм немец телдәре, аралашыу психологияһы, ғаилә педагогикаһы серҙәренә төшөндө. Бынан тыш, теләгән һәр кем гимнастика, аэробика, бейеү менән шөғөлләнде, шашка, шахмат уйнаны, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Уҡыу йортон тамамлау тураһындағы документтарҙы Киров хакимиәте башлығы Динар Хәлилов тапшырҙы.

Ойоштороусылар Яңы йыл байрамы тураһында ла онотмаған: сараға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде. Мәктәп уҡыусылары ололарҙы музыкаль бүләктәр менән ҡыуандырҙы.