5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 11:16

Өфөлөләрҙе Яңы йыл салюты көтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Яңы йыл алдынан Өфөлә төрлө мәҙәни программалар үткәрелә. Президент һәм баш ҡала шыршылары үтте лә инде. Ошо көндәрҙә социаль шыршылар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар өсөн Яңы йыл тамашалары үткәрелә. Шулай уҡ ҡалала Ҡыш бабайҙар парады үтте, төп ҡала шыршыһы асылды. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, 31 декабрҙә 21 сәғәттә Рус драма театры алдындағы майҙанда төп сара үтәсәк. Төнгө сәғәт икелә байрам салюты буласаҡ. Йәмәғәт транспорты Яңы йыл төнөндә ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ йөрөйәсәк.