6 декабрь, Шишәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 10:46

Өфөнөң Комсомол урамында уйын клубы ябылды

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Комсомол урамында уйын клубын япҡан. Бындағы уйын мул «уңыштар» биргән, көн һайын унлаған кеше клубта күп аҡса ҡалдырған. Уйын йортона даими клиент карточкаһы буйынса тик айырым кешеләр генә индерелгән.

— Полиция хеҙмәткәрҙәре уйындың ҡыҙған мәлендә килде һәм 50 уйын автоматын тартып алды. Әлеге ваҡытта уйын клубының эше туҡтатылды. Оперативниктар законһыҙ уйын бизнесын ойоштороусыларҙы асыҡлай, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әлеге ваҡытта иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре тикшереү буйынса эш алып бара. Һөҙөмтәлә «Уйын бизнесын законһыҙ ойоштороу» статьяһы буйынса енәйәт эшенең ҡуҙғатылыуы ихтимал.

темалар: уйын бизнесы