Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Йыл эсендә «Китап» нәшриәте 232 баҫма сығарған

Иҡтисад

2011 йыл йомғаҡтары буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 232 китап сығарылған, уларҙың күпселек өлөшө — дәүләт заказы буйынса баҫмалар. «Хеҙмәт геройҙары» баҫмаһын сығарыу айырыуса әһәмиәткә эйә булды, унда Башҡортостандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары тураһында мәғлүмәт тупланған. Төҙөүсеһе һәм редакторы – Рәфҡәт Вәлишин.

Шулай уҡ сығарылған китаптар араһынан Рафаэль Аҙнағоловтың башҡортса-русса һәм русса-башҡортса мәктәп һүҙлеген, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормошо тураһындағы фотоальбомды, балалар өсөн «Беҙ йырлайбыҙ» тигән музыкаль китапты билдәләп үтергә була. Яңыраҡ Миңһылыу Усманованың «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» китабы донъя күрҙе.

Бынан тыш, «Китап» нәшриәте менән күп һанлы уҡытыу-методик әҙәбиәт, шулай уҡ балалар һәм өлкәндәр өсөн нәфис әҙәбиәт баҫтырылған.

Нәшриәт профилле күргәҙмә-йәрминкәләрҙә лә әүҙем ҡатнашҡан. Бынан тыш, йыл эсендә Өфө һәм республика буйынса 110 күсмә күргәҙмә-йәрминкә ойошторған.

«Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йыл башында «Улар еңеү менән ҡайтты» электрон китаптар серияһын, шулай уҡ «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» ғилми-популяр баҫмаһының интернет версияһын сығарыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть