3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 10:31

Баш ҡалала яҙыусы һәм музыкант Эрик Джанаевтың «Хикәйәләр.Эсселар» китабы донъя күрҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә йәш яҙыусы һәм музыкант Эрик Джанаевтың «Хикәйәләр.Эсселар» китабының презентацияһы үтте. Тантаналы сарала авторҙың дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре – музыканттар, журналистар, яҙыусылар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ҡатнашты.

Хикәйәләр һәм эсселар йыйынтығы – йәш яҙыусының тәүге китабы. Унда кешеләр, тормош тураһындағы уйланыуҙар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тупланған. Тиражы – 250 дана.  

— Китап сығарыу идеяһын яҙыусы, журналист, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы Алмас Шаммасов тәҡдим итте, — тине Эрик Джанаев. – Ул минең ижадымды күҙәтеп барған, һәм бер ваҡыт эштәремде китап итеп сығарырға кәңәш итте. Мин уның кәңәшенә ҡолаҡ һалдым.