4 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2011 йыл, 10:01

Өфө яҙыусыһы Игорь Савельев «Литературная Россия» баҫмаһы лауреаты булды

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң йәш яҙыусыһы, «Версия Башкортостана» гәзитенең («Башинформ» агентлығы) бүлек мөдире Игорь Савельев 2011 йыл өсөн «Литературная Россия» баҫмаһы премияһына лайыҡ булды. Хеҙмәттәшебеҙҙән тыш, был абруйлы баҫма премияһына Мәскәү, Краснодар, Владивосток һәм Грозный ҡалаларынан йәнә ете әҙәби тәнҡитсе лайыҡ булды.

Игорь Савельев Өфөнөң һәм республиканың әҙәби процесы тураһындағы мәҡәләләре өсөн наградланды.

«Литературная Россия» баҫмаһы Мәскәүҙә 1958 йылдан алып сыға. Совет осоронда ул РСФСР Яҙыусылар союзының үҙәк матбуғат органы булған. Әлеге ваҡытта – Рәсәйҙәге әҙәби процесты яҡтыртыусы абруйлы баҫмаларҙың береһе.