8 декабрь, Кесе йома

29 декабрь 2011 йыл, 18:45

Электр утына һәм газға тарифтар 2012 йылдың 1 июленә тиклем элеккесә ҡаласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Тарифтар 2012 йылдың йәйендә генә үҫәсәк. Алдағы йылда газға, электр утына, шулай уҡ йылылыҡ энергияһына хаҡтар ғәҙәттәгесә 1 ғинуарҙан түгел, ә 1 июлдән артасаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Овчинников.

«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, бындай ҡарар РФ Хөкүмәте менән ҡабул ителде. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин һүҙҙәренсә, бындай яңылыҡ инфляция темптарын кәметергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ йәйгә табан «климат шарттарына бәйле Рәсәйҙә энергияны әҙерәк ҡуллана башлайҙар, һәм юғарыраҡ тарифтарға күсеү ҡулланыусылар өсөн күпкә еңелерәк буласаҡ», — тине Премьер.