11 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2011 йыл, 18:20

БашДУ вәкиле студенттарҙың иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эшенә Асыҡ конкурста лауреат булды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында белем алыусы дүртенсе курс студенты Рина Усманова Мәскәүҙә «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты нигеҙендә үткәрелгән студенттарҙың иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эшенә Асыҡ конкурста лауреат булды. Уның филология һәм социаль коммуникациялар кафедраһы доценты Венера Ғәлимйәнова етәкселеге аҫтында башҡарылған фәнни эше жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булды.

Конкурста Рәсәй һәм сит ил юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Конкурс киләһе номинациялар буйынса үткәрелде: иҡтисад, социология, тарих, философия, математика, психология, донъя иҡтисады һәм донъя сәйәсәте, юриспруденция.

Башҡа лауреаттар менән бер рәттән Рина Усманова Ҡышҡы мәктәптәр эшендә ҡатнашыуға саҡырылды, сара «Юғары иҡтисад мәктәбе» менән 2012 йылдың 30 ғинуарынан 3 февраленә тиклем үткәреләсәк.